Водитель танытмаһы, Рәсәй һәм сит ил паспорттарын күп функциялы үҙәктә алырға мөмкин. Бөгөндән башлап күп функциялы үҙәктәрҙең барлыҡ офистарында документтар рәсмиләштерергә мөмкин. Уларға алдан йәки электрон сират
аша яҙылып мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Күп функциялы үҙәктә һәр ваҡыттағыса халыҡ күп. Оҙайлы сиратты үткәреп, мөҙҙәте сыҡҡан водитель танытмаһын алыштырырға ҡарар иттем..
Мөҙҙәте сыҡҡан водитель таныҡлығын алыу өсөн төп документтар нөсхәһен тапшырыу мотлаҡ. Ә документтарҙы тапшырыр алдынан, штрафтар һәм һалымдар хаҡында ла мәғлүмәт белешергә мөмкин.
Шаран районында йәшәгән Ксения Сәмиғуллина күп функциялы үҙәккә Рәсәй пасорты алыу маҡсаты менән килгән. Ул рәсми документты ай буйына көтөргә лә риза.
Өфө ҡалаһында һәм районында йәшәгән граждандар өсөн рәсәй паспорты 10 көндә, ә райондарҙағыларға ай дауамында әҙер була. Әммә, рәсми ҡағыҙҙарҙы хатаһыҙ һәм аңлайышлы итеп тултырыу мотлаҡ.
Күп функциялы үҙәктә шулай уҡ сит ил паспорттарын да ай эсендә рәсмиләштерергә мөмкин. Уның өсөн ғариза менән бергә тейешле документтар нөсхәһен тапшырырға кәрәк. Тик айырыуса йәшерен документтарға рөхсәте һәм дәүләт серенә эйә булғандар сит ил паспортын өс ай эсендә рәсмиләштерә ала.
"Минең документтарым" тип аталған күп функциялы үҙәктәр Өфөлә 10 , ә Башҡортостанда 73. Уларҙа водитель таныҡлығын, сит ил һәм Рәсәй паспорттарын рәсмиләштерергә мөмкин. Халыҡ та алдан электорн сиратҡа яҙылып, үҙ хеҙмәтенә яуаплы ҡараған һәм сифатлы башҡарған үҙәктәрҙе һайлай..
Күп функциялы үҙәктә мөҙҙәте сыҡҡан водитель танытмаһын рәсмиләштереү өсөн минән ғариза, рәсәй паспорты, иҫке водитель танытмаһы, һаулыҡ тураһында белешмә, электрон форматтағы фотграфиям һәм күрһәтелгән хеҙмәттәргә 2 мең һум күләмендә түләнгән квитанцияны тапшырҙым. Теүәл бер айҙан ҡулыма яңы волитель танытмаһын аласаҡмын.




