Ташландыҡ сүплек

Өфө районыныда бер гектар майҙанлыҡ сүплек яна. Санкцияланмаған полигон Миловка ауыл эргәһендә урынлашҡан. Ел ыңғайна ауылға таралған төтөндән, ауыр еҫтән халыҡ яфа сигә. Бөгөн Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Өфө районы белгестәре сүплек урынына рейд ойоштороп, мәсьәләне хәл итеү юлдарын билдәләне. Проблема бар, берҙән биләмә федераль ҡарамаҡта, икенсенән был ерҙәрҙең хужаһы иҫәпләнгән Миловка тәжрибә хужалығы хәҙер юҡ.

Фото №1 - Ташландыҡ сүплек

Был сүплектә ҡалдыҡтарҙың бөтә төрө бар, көндәлек ҡулланыуҙан ҡалғандары ла, төҙөлөштән сығарылғандары ла, хатта биологик тип һаналғандары ла. Йәғни үлгән малдың баштары, һөйәктәре. Заманында был ерҙәр ,,Миловка,, тәжрибә хужалығына ҡарай, әммә ул тарҡалғандан һуң биләмә өсөн яуаплылар билдәһеҙ. Эргәләге мал ҡуралары ла ташландыҡ хәлдә, сүплектә емтек эҙләгән эттәрҙән башҡа йән эйәһе күренмәй.

Миловка ауылы Өфө районына ҡараһа ла был биләмә федераль ҡарамаҡта, шуға район хакимиәте сүплек урыны тәртипкә килтереү менән шөғөлләнә алмай. Тәүҙә хужаларҙы асыҡлау, шунан һуң ғына саралар күреү талап ителә. Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан булышлыҡ күрһәтергә әҙер.

Эрик Хәмзин, Өфө районы хакимиәтенең сектор мөдире

Ташландыҡ сүплек яҡынса бер гектар майҙанды биләй. Унан таралған пакеттар, пластик һауыттар, ҡағыҙ эргәләге баҫыуҙа, ағастар араһында ла тулып ята.

Сүплектә бер нисә көнө элек янғын сыға, унан таралған төтөн һулар һауаны бысрата, эргәлә генә урынлашҡан Миловка аулы халҡына ла ҡамасаулай. Шунан һуң кемдер килеп ут баҫыуға, ауыл яғына талалмаһын өсөн ҡый өйөмдөрен йырынға табан бульдозерҙар менән эттереп ҡуйған. Был да бик хәүефле. Сөнки яҡында ғына Ағиҙелдең үҙәне, зарарлы ҡалдыҡтарҙың йылғаға ағып төшөүе ихтимал.

Ауыл халҡы әйтеүенсә, эҫе көндәрҙә сүплектән ауыр еҫ килә, әле иһә төтөн. Ел сыҡҡан ваҡытта ауыл томанға күмелгән һымаҡ, ти Миловкала йәшәүселәр.

Мин инвалид булғас ҡыйыныраҡ, сөнки астма менән ауырыйым.

Зәки Хөснийәров, Миловка ауылында йәшәүсе

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре әйтеүенсә, иң тәүҙә росреестр аша хужаларҙы билдәләү мотлаҡ, янғынды һүндереү өсөн улар яуаплы. Шуға күрә ауыл халҡына бер аҙ төтөнгә түҙеп йәшәргә тура килсәк. Ә бына сүплекте таҙартыу эше ҙур сығымдар талап итә. Мөрәжәғәт Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығына ебәрәләсәк.

Өфө территорияль идаралағы тәбиғәттән фвйҙаланыу министрлығы сүплектең хужаһын асыҡлаясаҡ. Был ерҙәр ауыл хужалығы ерҙәре булып һанала һәм хужаһын асыҡлау менән уға акт төҙөләсәк. Сүплекте ерҙең хужаһы таҙартырға тейеш.

Лилиә Нуретдинова, Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәткәре
Башбат

Башҡортостан буйынса әле 2 мең ярымдан ашыу ташландыҡ сүплек бар. Иң күбеһе Өфө районында. Киләсәктә ҡалдыҡтар менән бәйле проблема хәл ителер тип көтөлә. 2019 йылда республикала төбәк операторҙары эш башлай, улар сүп-сарҙы йыйыу, эшкәртеү эшен ойошторасаҡ. Йәғни инвесторҙар эҙләү, заводтар төҙөү менән шөғөлләнергә бурыслы. Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса 9 полигон, сүп-сар айырыу һәм эшкәртеү өсөн 100-гә яҡын пункт төҙөү талап ителә.

Автор: Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ