Театр миҙгеле ябылды

Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт драма театрында 98 -cе ижад миҙгеле ябылды. Театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов был хаҡта матбуғат конференцияһында белдерҙе.

Фото №1 - Театр миҙгеле ябылды

98-cе ижад миҙгеле театр өсөн мөһим ваҡиғаларға бай булған. 6 -cы халыҡ-ара төрки телле театрҙарының "Туғанлыҡ"фестивале, "Антигона" спектакленең Рәсәйҙең төп милли театраль премияһы "Алтын битлек" тең бер юлы ете номинацияһына тәҡдим ителеүе, Халыҡ-ара "Диалог киңлеге" фестивалендә ҡатнашыу. Резонанс тыуҙырыуысы "Зөләйха күҙҙәрен аса", "Прометей" ," "Баллы, тирәкле балтирәк","Эҙләнем,бәғрем, һине!" спектаклдәре премьералары. Яңы миҙгелдә театр юбилейға әҙерлек эштәрен башлаясаҡ, театрҙа үтәсәк реконструкция барышында эш майҙандары билдәләнәсәк.

Ут ҡороу цехтарҙың модернизацияһы булырға тейеш. Был ҙур сәхнәгә генә ҡағылмай бәләкәй сәхнәгә лә яңы креслолар ҡуйылырға тейеш. Был беҙгә спекталдәргә яңы алымдар менән эшләргә ярҙам итәсәк.

Олег Ханов, Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ