Башҡалала 17 майҙа 10 йәшлек малай мәктәпкә тип сығып китә һәм хәбәрһеҙ юғала. Әлеге ваҡытта уҡыусыны полиция эҙләй. Малайҙың юғалыуы хаҡында мәғлүмәт социаль селтәрҙә баҫылып сыға.
10 йәшлек Максим Кислицин 17 май көнө 11:30 сәғәттә мәктәпкә сығып китә һәм юғала. Хәбәр итеүҙәренсә, бала белем усағына барып етмәгән. Уҡыусы йөҙгә ун йәш тирәһендә, буйы 130 см, һоро өҫ кейеме, күк салбар менән йәшел күлдәк кейгән. Үҙе менән ҡара рюкзак, аяҡ кейеме өсөн күк сумка таҡҡан.
Әгәрҙә һеҙ бала тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белһәгеҙ, 02 йәки 102 телефон һандары буйынса полицияға мөрәжәғәт итеүҙәре һорала.




