Өфө белгестәре Әй урамында, Ибраһимов бульварында һәм Сипайловоға инеп барған ерҙә урынлашҡан гипермаркеттар селтәренең продукцияларын тикшерҙе.
Селтәрҙең бер сауҙа нөктәһендә билмәндәрҙә листерия инфекцияһы табылған, тип хәбәр итәләр ветеринар лабораториянан.
Гипермаркетты тикшереү ваҡытында Ҡаҙағстанда етештерелгән билмәндәрҙә хәүефле инфекциялар табыла. Был осраҡтан һуң, продукциялар һатыуҙан алына.
Әлеге ваҡытта контроль-күҙәтеү эштәре башҡарыла.




