Ҡырмыҫҡалы районында закон талаптары үтәлешен тикшерәләр. Асыҡланыуынса, урындағы ойошма директоры суд приставына ришүәт тәҡдим иткән. Шуның менән ул, автомобиленә һалынған бикте алырға уйлаған.
Республика Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, 2018 йылдың март айында һалымдар буйынса йыйылған бурыстары өсөн «Тойота» автомобиленә бик һалына. Ойошма етәксеһе суд приставтарына ун биш мең һум күләмендә ришүәт тәҡдим итә. Законһыҙ ҡылыҡҡа юл ҡуймайҙар һәм прокуратура, тикшереү органдарына хәбәр итәләр.
Ойошмаға ҡарата административ эш ҡуҙғаталар. Суд ярты миллион һум күләмендә штраф билдәләй. Осраҡ буйынса тикшереү эше һөҙөмтәһен район прокуратураһы үҙ өҫтөнә алды.
Фото: Интернет




