Өфөлә һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн хеҙмәт урындары йәрминкәһе уҙасаҡ

24 майҙа махсус йәрминкә уҙасаҡ. Унда мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн хеҙмәт урындары тәҡдим ителәсәк.

Фото №1 - Өфөлә һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн хеҙмәт урындары йәрминкәһе уҙасаҡ

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, администратор, автомобиль водителе, тәрбиәсе, дизайнер, программист, һатыусы һәм башҡа төрлө эш урындары тәҡдим ителәсәк. Сарала ҡатнашыусылар хеҙмәт баҙары торошо хаҡында мәғлүмәт тә аласаҡ. Бынан тыш, белгес кәңәше биреләсәк.

Шулай уҡ, компьютер диагностикаһын үтеү мөмкинлеге буласаҡ. Йәрминкә Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса сәғәт ундан ун икегә тиклем уҙасаҡ.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ