Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын мутлашыусылар иҫәбенә 90 мең һумдан күберәк аҡса күсерә

Нефтекамала йәшәүсе ҡатын ҙур күләмдә аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. Ҡатын «Toyota Land Cruiser» автомобиле оттом, тип уйлай. Тик был мутлашыусылар эше була.

Фото №1 - Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын мутлашыусылар иҫәбенә 90 мең һумдан күберәк аҡса күсерә

Полицияға 33 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Ул, автомобиль отоуо хаҡында смс-хәбәр алыуы тураһында һөйләй. Килгән хатҡа беркетелгән сайтҡа инеп, номер алып, билдәһеҙ кеше менән бәйләнешкә инә. Телефон аша ҡатынға, автомобиль урынына алты миллион һумдан ашыу аҡса алыу мөмкинлеге тураһында хәбәр итәләр. Тик бының өсөн, электрон аҡса янсығы асып, комиссия суммаһын күсерергә кәрәк була.

Ҡатын, уйлап та тормай, аҡса күсерә. Һуңғараҡ мутлашыусылар зыян күреүсегә шылтыратып, карта номерында бер һанды яңылыш ебәреүе һәм аҡсаһы сиселеүе, уның ҡайтарыу өсөн тағы ла бер тапҡыр аҡса һалыуын хәбәр итәләр. Бынан һуң, ҡатын полицияға мөрәжәғәт итә.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ