Элвин Грей башҡорт ҡурайында уйнап күрһәтә

Ҡазандағы концерт ваҡытында ял итеү бүлмәһендә билдәле йырсы Элвин Грей башҡорт ҡурайында уйнап күрһәтә. Был халыҡ инструментын уға тамашасылары бүләк итә. Асыҡланыуынса, йырсы ҡурайҙа башҡорт халыҡ көйҙәрен уйнай белә.

Фото №1 - Элвин Грей башҡорт ҡурайында уйнап күрһәтә

Ҡазандың спорт һарайында билдәле йырсы Радик Юлъяҡшиндың концерты уҙҙы. Артист боҙ аренаһында икенсе тапҡыр үҙ тамашасыларын йыя, шул уҡ ваҡытта ул үҙенең тыуған көнөн дә билдәләй. Радикка 29 йәш тула.

Тамашасылар үҙ кумирына бихисап бүләктәр тапшыра. Улар араһында башҡорт ҡурайы ла була. Радиҡ Юлъяҡшин, ҡурай ижад юлын башлағанда , уның тәүге инструменты булғаны хаҡында бүлешә. Элвин Грей ҡурайҙа уйнау оҫталығын да күрһәтә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ