Стәрлетамаҡта йәшәүсе ҡатын ҡаҙна аҡсаһын үҙләштереүҙә ғәйепләнә. Балалар баҡсаһы мөдиренә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ғәйепләнеүсе ҡулға алына.
Республиканың Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, 2010 йылдан алып 2015 йылға тиклем ғәйепләнеүсе балалар баҡсаһы хеҙмәткәренә законһыҙ рәүештә өҫтәмә түләү билдәләй. Түләү, өҫтәлмә хеҙмәт бурыстары башҡарыу өсөн түләнә, йәнәһе. Ысынында был эш башҡарылмай. Ул аҡсаны мөдиргә тапшырып бара.
Дөйөм алғанда, ҡырҡ мең һумға яҡын дәүләт аҡсаһы үҙләштерелә. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Тикшереү эше дауам итәсәк.
Фото: Интернет




