Тиҙҙән "Тимер юл дауаханаһы" туҡталышы янындағы ҡойманы, йөҙәрләгән велосипедсы һүрәтләнәсәк күренеш биҙәйәсәк. Граффитины барлыҡҡа килтереүҙә һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәте хәбәр итә.
Өфө рассәме Олег Кайбышев белдереүенсә, сарала ҡатнашырға теләгәндәр бихисап. Улар һүрәт төшөрөп кенә ҡалмай, ә үҙ идеялары менән дә уртаҡлашалар. Мәҫәлән, йәш ғаилә велосипедсы эскизын һәм тәгәрмәстәр урынына Ер менән Ай образы һүрәтләүҙе тәҡдим итә.
Билдәләп үтергә кәрәк, велопарад ҡырҡ метр самаһы оҙонлоҡҡа һуҙыласаҡ. Олег Кайбышев үҙ эшен Ҡала көнөнә тамамларға ниәтләй.




