Башҡортотанда йыл башынан алып ипотекаға алынған 114 фатир һатыуға сығарылған, тип хәбәр итәләр республиканың Федераль суд приставтары хеҙмәте идарылығынан.
Шулай итеп, Өфөлә йәшәүсе ипотекаға фатир ала. Түге осорҙа кредитты түләп бара, һуңынан шәхси проблемалар сәбәпле, түләүҙәр туҡтала. 1,3 миллион һум күләмендә бурысы йыйыла.
Банк гражданинға ваҡыт бирә. Әгәрҙә июнь айы аҙағына тиклем бурысын ҡайтармаһа, торлаҡ һатыуға сығарыласаҡ.
Фото: Интернет




