3 июндә скандинавия хәрәкәте буйынса фестиваль үтәсәк. Сара сәләмәт тормошто пропагандалау маҡсатында ойоштороласаҡ. Был спорт төрө менән башлыса хаҡлы ялдағылар шөғөлләнә.
Фестивалде Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Лариса Вербицкая алып барасаҡ. Сара сиктәрендә лекциялар, мастер-кластар, шулай уҡ, дүрт йәш төркөмөндә ярыштар уҙғарыу күҙаллана. Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә,хаҡлы ялдағылар араһында скандинавия хәрәкәте бар илдә популярлыҡ яулаған.
Спорт сараһы М. Ғафури ис. паркта уҙасаҡ. Башлана 11:00 сәғәттә.
Фото: Интернет




