Был турала бөгөн Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың "Рәсәй терәге" Бөтә Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ойошмаһы Президенты Александр Калинин менән осрашыуында әйтелде. Осрашыуҙа яҡтар үҙ-ара хеҙмәттәшлек, берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу, республикала урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәһе республика иҡтисадының ҙур өлөшөн тәшкил итә һәм һуңғы йылдарҙа тармаҡты үҫтереүгә иғтибар арта.
Үҙ сиратында, Александр Калинин да Башҡортостанда бәләкәй эшҡыуарлыҡ тармағының тейешле кимәлдә үҫешеүен, был өлкәгә алдынғы ҡарашлы кешеләр килеүен билдәләне. Мәскәү ҡунағы Рөстәм Хәмитовҡа республиканың декабрҙә ойошманың съезын ҡабул итергә әҙер булыуына рәхмәт белдерҙе.
Өфөлә Александр Калинин ойошманың төбәк бүлексәһенең конференцияһында ҡатнашты. Унда алдағы дүрт йылға ойошманың етәксе органдары һайланды. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 140 меңгә яҡын урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә. Былтыр ғына уларҙың күләме 3 мең ярымға артҡан. Былтыр тармаҡтың берлектәге продукты 1 триллион һумдан ашыу тәшкил иткән. Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары иҫәбе, шулай уҡ тауар әйләнеше буйынса республика Волга буйы федераль округында 3-сө, Рәсәйҙә 11-се урынды биләй.




