Апрель уртаһында Өфө ресторандарының береһендә теркәлгән фажиғәле хәл аныҡ саралар ҡабул итергә мәжбүр итә. Әммә ҡоҙоҡтарҙың ҡапҡасын иретеп-йәбештереп йәки уларҙың һәр береһенә айырым кеше беркетеү мөмкин түгел. Шуға ла һөҙөмтәле механизмды табыу өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына үҙ тәҡдимдәрен әҙерләргә кәңәш ителде.
Республиканың Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов рәйеслегендә үткән Хеҙмәтте һаҡлау буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында ойошмаларҙа йәрәхәтләнеү күренештәрен кәметеү мәсьәләһе күтәрелде. Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина әйтеүенсә, һуңғы йылда производствола ауыр һәм күмәк кешеләрҙең йәрәхәт алыу осраҡтары кәмей төшкән. Шул уҡ ваҡытта эш урынында үлемесле бәхетһеҙ осраҡтарҙың артыуы теркәлгән. 2016 йылда 45 кеше вафат булһа, былтыр уларҙың һаны 49-ға еткән.




