Улар паром менән Ағиҙелдең уң яҡ ярына сығарылды. Өфөлә үткән ҡотҡарыусылар күнекмәләренең легендаһы мөмкин тиклем ысынбарлыҡҡа тап килтереп эшләнгән. Юл буйындағы урманда янғын сыға ҡалһа , Копператив яланда йәшәүселәр ысынлап та, утрауҙа ҡала. Был хәлде иҫкәртеү маҡсатында ведомство-ара күнекмәләр уҙҙы.
Уттан, һыуҙан, һауанан. Бындай күләмле күнекмәләр һирәк үткәрелә. Легенда буйынса Дим биҫтәһенә яҡын урмандарҙа көслө янғын сыҡҡан. Уттың таралыуын сикләү һәм халыҡты эвакуациялауға бер нисә хеҙмәт йәлеп ителә. Янғын һүндереүселәр ерҙә ут менән көрәшкән арала, ҡотҡарыусылар һыуҙа эш итә.
Йылға ярында сыҡҡан ут менән көрәштә янғын һүндереү катеры алыштырғыһыҙ ярҙамсы. Бындай техника тотош Рәсәйҙә өсәү генә. Ҡотҡарыусылар йылға эсенән генә ялҡын ялмаған урман йәки йорттарҙы һүндерә ала.
Баш ҡаланың Ағиҙелдең һул яҡ ярында ғына урынлашҡан йорттарға бер генә юл илтә. Ул да ут эсендә ҡалһа халыҡҡа ярға сығыуҙан башҡа әмәл ҡалмай. Күнекмәләр барышында катерҙар менән кешеләрҙе эвакуациялау юлдары өйрәнелде.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, күнекмәләрҙә төрлө хеҙмәттәрҙең берҙәм эшләүе шарт. Сөнки ысынбарлыҡта ваҡиғалар үҫеше сценарий буйынса түгел. Шуға күрә төрлө хәлдәргә лә әҙер булыу мөһим.
Күнекмәләр урыны тип баш ҡаланың кооператив яланы һайланыуы ла орсаҡлы түгел. Республика йылға-күлдәргә бай һәм ошондай урынға оҡшаш ерҙәр байтаҡ. Щулай ҙа янғын эҙемтәләре менән көрәшеүгә ҡарағанда, уны иҫкәртеү хәйерлерәк. Ҡотҡарыусылар һыу эргәһендә булған хәлдә лә ут менән һаҡ ҡыланырға өндәй.




