Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әбйәлил районы идаралығы тарафынан 1937 йылғы Нәжиә Юныс ҡыҙы Мәсәлимова эҙләнә. Ул 2017 йылдың октябрендә хәбәрһеҙ юғалған. Оло йәштәге ханым Әбйәлил районының Салауат ауылында теркәлгән. Билдәләре: буйы 155-158 см тирәһе, ҡаҡса кәүҙәле, төҙ танаулы, һоро күҙле, сал сәсле. Төҫкә 75-80 йәштәр тирәһе. Хәтере юҡ. Өҫтөнә асыҡ һары төҫтәге плащ, ҡара галош кейгән. Нәжиә Мәсәлимованы күреүселәр, белеүселәр экрандағы телефонға шылтырата ала: 02 һәм 8-347-722-89-81.




