Гагарин кубогы еңеүселәре

Бөгөн Өфөлә Гагарин Кубогы республика олимпиадаһы еңеүселәре тәбрикләнде. Етенсе тапҡыр үткәрелгән олимпиадала йөҙ меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан. Рус дәүләт драма театры сәхнәһендә 239 уҡыусы Гагарин кубогы, миҙалы һәм дипломдар менән менән бүләкләнде, шулай уҡ абсолют еңеүселәр гироскутерҙар алып ҡыуанды. Республикалағы иң мәртәбәле олимпиада еңеүселәрен Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Рәсәй геройы, космонавт Сергей Ревин ҡотланы.

Фото №1 - Гагарин кубогы еңеүселәре

Йыһан киңлектәренән космонавтар Олег Артемьев менән Антон Шкаплеревтан ҡотлау. Бындай мәртәбә тик иң-иңдәргә генә эләгә. Әлбиттә, хәҙер йәш быуындан "Мин космонавт йәки осоусы булырға хыялланам" тигәнде ишетергә тура килмәй. Әммә йыһан серҙәре әле асылып бөтмәгән, бөтәһе лә киләсәк ҡулында. Гагарин кубогы республика олимпиада еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов бала сағында Ҡыҙыл майҙанда Юрий Гагаринды күреүе һәм космонавт булырға хыялланыуы тураһында һөйләне, уҡыу алдынғыларын, уларҙың уҡытыусыларын ҡотланы.

Гагарин исемендәге олимпиада быйылғы уҡыу йылында етенсегә ойошторолдо. Быйыл 120 мең уҡыусы үҙ көсөн һынап ҡараған, уларҙың 239 бөгөн тантаналы сарала. Башҡортостанда 450 меңдән ашыу уҡыусы иҫәпләнә, тимәк, мәртәбәле проектта дүрттән бер өлөшө ҡатнашҡан. Абсолют еңеүселәр Рөстәм Хәмитов ҡулынан Гагарин кубогы, миҙалы һәм дипломдар алды. Уҡыуҙа тырыштарға гироскутерҙар ҙа бүләк ителде. Олимпиада 15 предмет буйынса, өс этапта уҙғарыла. Уҡыусылар тәүҙә мәктәптә, артабан район һәм республика кимәлендә һынау тота.

Быйыл беҙ физкультура буйынса ҡатнаштыҡ. Республика буйынса беҙ 2-се урын алдыҡ һәм киләһе йылда еңеүсе булырбыҙ тип өмөт итәбеҙ.

Булат Шәйхисламов, Учалы ҡалаһы 1-се башҡорт лицейының физкультура уҡытыусыһы

Былтыр ҙа Республикаға үткәйнем, әммә ҡатнаша алманым. Быйыл 2-се урынды алдым һәм мин бик шатмын.

Гөлфиә Таһирова, Гагарин кубогы олимпиадаһы еңеүсеһе, Учалы районы Ураҙ ауылы лицейы уҡыусыһы

Гагарин олимпиадаһы республикала һөнәр һайлауға йүнәлеш биргән иң ҙур проект һанала.Ул Юрий Гагарин исемендәге космонавтар әҙерләү үәҙәге, Рәсәй һәм Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары , предприятиелары, һәм дәүләт власы органдары ярҙамында эшләп килә.

Космонавтарҙы һайлағанда ла уларҙың техник белеме генә тикшерелмәй. Фекерләй белеүе, рус телендә иркен һөйләшеүе лә иҫәпкә алына. Йыһанға осоусы киң эрудитлы булырға тейеш. Был олимпиада тап шундай төрлө яҡлап үҫешкән шәхестәр, кадрҙар булдырыуға ҡайтып ҡала.

Сергей Ревин, Космонавт, Рәсәй геройы

Республикала һуңғы йылдарҙа кванториумдар, робот техникаһы үҙәктәре асыла. Шулай уҡ "Гагарин-үҙәк"эшләп килә , былар бөтәһе лә инженерҙар һәм башҡа һөнәр эйәләрен әҙерләү өсөн шарттар булдырыуҙы дәүләт кимәлендә алып барыу тураһында һөйләй.

Башбат

Автор: Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ