Химия, медицина, астрономия һәм нанотехнологиялар өлкәһендә заман йәштәре ҡыйыу аҙымдар менән атлай.
Өфө химиктары нанотехнологиялар өлкәһендә алға китте. Бер төркөм ғалимдар тәжрибәләр ярҙамында үҙенсәлекле молекулалар алған. Уларҙың элементтарын йыһан спутниктарында, хәрби техникала, ҡыҫҡаһы электроника булған тармаҡтарҙа ҡулланырға мөмкин. Яңы уйлап табылған молекулаларҙың элементтары электрон ҡорамалдарҙа мең тапҡырға һөҙөмтәлерәк эшләй. Улар киләсәктә һәр бер өйҙә тиерлек урын аласаҡ.
Был лабораторияла фармацевтика өлкәһендә кәрәкле препараттар алына. Бөгөнгө ысынбарлыҡта яман шеш, паркинсон, альцгеймер ауырыуҙарына ҡаршы тороу өсөн яңы препараттар кәрәк. Был лабораториялағы юғары технологиялар ярҙамында алынған препараттар медицина өлкәһендә ҙур һорау менән ҡулланыласаҡ. Өфө ғалимдарының яңы эҙләнеүҙәре башҡа ғилми тикшеренеүҙәр менән бер рәттән Рәсәй Президентының гранты менән баһаланды.
Юғары белемле йәштәрҙең эҙләнеүҙәрен гранттар менән дәртләндереү- егет һәм ҡыҙҙарҙың ситкә китеүен туҡтатырға ярҙам итәсәк. Рәсәй фәненә хеҙмәт иткән, асыштар яһаған йәштәр, сәнәғәт баҙары үҫешенә лә булышлыҡ итә. Быйыл грантҡа эйә булыусылар тағы ла алты кешегә артты.
Рәсәй йәштәренең интеллектуаль элитаһын Президент гранттары ярҙамында күтәреү сәйәсәте бик мөһим аҙым.
Башҡортостандан ғына 6 йәш һәм өмөтлө ғалимдың эҙләнеүҙәре ил күләмендә юғары баһаланыуы мәртәбә. Уларҙың фәнни асыштары һәм тәжрибәләренә бүленгән аҡсаларға матди-техник база нығытыласаҡ һәм яңынан-яңы ғилми асыштар башҡарыласаҡ.




