Владимир Путин Рәсәй Хөкүмәтенең яңы составын раҫланы

Дәүләт башлығы Указына ярашлы, премьер-министр Дмитрий Медведевтың беренсе урынбаҫары итеп Антон Силуанов тәғәйенләнде. Ул шулай уҡ фининс министры булып ҡалды.

Фото №1 - Владимир Путин Рәсәй Хөкүмәтенең яңы составын раҫланы

2013 йылдан илдең Иҫәп палатаһы рәйесе булып эшләгән Татьяна Голикова хәҙер вице-премьер вазифаһына күтәрелде. Ә бына спорт өлкәһен контролдә тотоусы Виталий Мутко бынан ары төҙөлөш мәсьәләләре менән шөғөлләнәсәк.

Тәбиғи ресурстар һәм экология министры итеп Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаусы Дмитрий Кобылкин тәғәйенләнде. Ул Ямал-ненец автономиялы округын етәкләгән ваҡытта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән берлектә ике төбәк араһында тығыҙ иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтерҙе.

Яңы составтың тәүге ултырышы киләһе аҙна башында Петербург иҡтисади форум алдынан үтәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ