Өфөнөң Менделеев урамында урынлашҡан йорттоң 9-сы ҡатында янғын сыҡты

Хужалар өйҙә булмаған саҡта лоджия янып киткән. Утты һүндереүгә алты берәмек техника һәм 15 ҡотҡарыусы йәлеп ителгән. Подъезда йәшәселәр эвакуацияланған.

Фото №1 - Өфөнөң Менделеев урамында урынлашҡан йорттоң 9-сы ҡатында янғын сыҡты

Янғындың көндөҙгө сәғәттәрҙә башланыуын иҫәпкә алғанда, күп кеше был ваҡытта эштә йәки уҡыуҙа булып ҡалған. Зыян күреүселәр теркәлмәгән, барлығы 6 квадрат метр майҙанға зыян килгән.

Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ут сығыуға өҫкө ҡаттан ташланған һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө сәбәпсе булыуы ихтимал.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ