Башҡортостандың 100 йыллығына арналған "Тарих биттәре" республика фестиваль-марафонында Балтас районы бай программа менән сығыш яһаны. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы фойеһында район тарихына, халыҡ хужалығы ҡаҙаныштарына арналған бай күргәҙмә эшләне.
Уңған, эшһөйәр кешеләр төйәк иткән район менән танышырға килеүселәргә ҡыҙыҡлы концерт программаһы ла тәҡдим ителде.
Фестиваль-марафонға ҡуйылған күргәҙмәләрҙең шаҡтайы мәғариф учреждениеларының уңышы, ҡаҙаныштары менән бәйле. Мәктәп уҡыусылары робот техникаһы менән мауыға, ағас йыһаздар эшләй. Мәктәптәрҙә һәм өҫтәмә белем биреү учрежденеларында йәштәргә төплө белем бирелә.
Беҙҙең 62% бала юғары уҡыу йортона инде, ти Балтас районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Айҙар Хисмәтов.
Район һәм Башҡортостан тарихында яҡты эҙ ҡалдырған оло шәхес Батырша Алиев хаҡында ла Балтастар йылы хәтирәләр һаҡлай. Ул 18 быуат мосолман тарихында, Рәсәй империяһында тәүгеләрҙән булып ислам диненә булған ҡарашын үҙгәртеүсе шәхес тә.
Бөйөк Ватан һуғышына Балтастан 10 700 яугир алынған. Улар араһынан Үлмәҫ Шакиров һәм Ғәбделхай Сәйетов ҡаһарманлығы Советтар Союзы Геройы исеме менән баһаланған. Тыл хеҙмәткәрҙәре лә Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергән. Һуғыш йылдарында оборона өсөн Балтастан ғына 5 миллион һум аҡса йыйылған. Райондың бөгөнгө ҡеүәтен билдәләүсе предприятиелар юғары тептар менән үҫешә.
Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеп баҙарға сығарыу йылдам алға бара.
250 төр продукция етештерәбеҙ, ти эшҡуар Марат Мәмлиев.
Балтас районында 79 ауыл һәм ҡасаба бар, уларҙа 19 меңгә яҡын халыҡ татыулыҡта һәм берҙәмлектә ғүмер итә. Районда ғаилә институтын үҫтереүгә, йәштәр араһында сәләмәт тормошто пропагандалауға айырым иғтибар бүленә.
Балтастарҙың фестиваль -марафонында райондың бөтә предприятиелары, эшҡыуарҙары дәррәү ҡатнашты. Сәхнәлә генә 200 ашыу һәүәҫкәр артист сығыш яһаны. Залда алма төшөрлөк тә урын булманы. Балтастар штандартты Бәләбәйҙәргә тапшырҙы.




