Кушнаренко районындағы

Зина ҡушаматлыһы игеҙ быҙаулап, урындағы хеҙмәткәрҙәрҙе һөйөндөргән. Ысынында, был барыһы өсөн дә көтөлмәгән яңылыҡ була. Сөнки бөгөн көҙҙән алып бында ҡарауҙа булған мышылар вольерҙан иреккә сығарылырға тейеш ине.

Мышы үҙен саҡырыуҙарын ишетеү менән һәр ваҡыт сабып тигәндәй килер булған. "Күләш" ҡырағай хайуандарҙы ҡотҡарыу үҙәге хеҙмәткәре Флүзә Әҙиева аптырауҙа. Әллә халыҡ күп булыуҙан ҡурҡҡанмы, әллә бәләгә тарығанмы?! Бөгөн бит был януар иреккә сығарылырға тейеш. Вольерҙың майҙаны биш гектарға яҡын. мышыны эҙләүгә егерҙар, урындағы ветеринар ҙа ҡушылды. Беҙҙең ижади төркөм дә уларҙан ҡалышмай, көтөлмәгән ваҡиға шаһиты булды.

Яңы ғына тыуған быҙауҙар тәүге аҙымдарын яһай. Кешеләрҙе күреү менән улар, вольер буйлап ҡаса башланы. Һиҙгерҙәр. Тирә-йүнде, бар нәмәне ят итәләр. Урында һаҙлыҡ урындар күп. Шуға мышы быҙауҙарын нисек тә булһа бәләкәйерәк ситлеккә күсерергә кәрәк. Әммә был еңел түгел. Ағас араһынан ҡапыл килеп сыҡҡан инәләре ҡаршылаша башланы. Уҫаллығын күрһәтеп. Камеранан да һис тә ҡурҡмай. Шулай ҙа хайуан ас булған, күрәһең. Икмәк һонғас, бер аҙ тынысланды. Иң мөһиме, кескәйҙәрен ситләтмәй, ҡабул итте.

Ҡотҡарыу үҙәгендә 11 ҡабан сусҡалары, бер болан бар, улар мышы балаларына зыян килтереүҙәре ихтимал. Шуға беҙ уларҙы башҡа вольерға тебәрҙек.

Илмир Ғарифуллин, Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы өлкән инспекторы

Үҙәк хеҙмәткәре Флүзә Әҙиева ғына инә мышыны әүрәтеп, вольерҙан сығарыуға иреште. Күп көс түгелде был эшкә. Иркә шул хайуанҡай. Баҡтиһәң, вольерҙа ул бер айлыҡ сағынан алып йәшәй. Егерҙар табып алып, уны бында килтергән була. Былтыр яҙ ситлектән иреккә сығарып та ҡарағандар. Әммә көҙ етеп, урманда йәшеллек бөтә башлағас, ул таныш биләмәгә кире әйләнеп ҡайтҡан. Хәҙер быҙауҙары булғас, ваҡытлыса тағы ла ситлектә бикле торасаҡ.

Зинаны дүрт йыл үҫтерҙек. Хәҙер бында балалары менән тора. Икеһе лә ҡыҙыҡай: Маша менән Даша булһындар.

Флүзә Әҙиева, "Күләш" ҡырағай хайуандарҙы ҡотҡарыу үҙәге хеҙмәткәре

Үҙәк хеҙмәткәрҙәре өсөн бөгөн ҡыуаныслы ла, шул уҡ ваҡыт та моңһоу ҙа... Сөнки улар Степа ҡушаматлы мышы менән хушлашты. "Дембель етте, иреккә сығырға ваҡыт,"- тип үҙ-ара көлөшөп тә алдылар.

Буй етмәҫлек хайуанға ике йәш кенә, тип уйламаҫһың да. Ҡулға эйәләшкән. Зина кеүек икмәк ярата. Степа ҡырағай йәнлектәрҙе ҡотҡарыу үҙәгенә ике айлыҡ сағында килтерелә. Туймазы районында уны егерҙәр табып алған.

Хәле яҡшы. Ҡотҡарыу үҙәгендә уны ашатып, тәрбиәләп алдылар. Хәҙер иреккә сығарабыҙ.

Мөнир Иҙрисов, Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы матди-техник хеҙмәте етәксеһе
Башбат

Степа ҡушаматлы мышы вольерҙан сыҡҡас, урман яғына китергә ашыҡманы. Ағастарҙың япраҡтарын ҡапҡылап, сапҡылап алды. Урындағы ветеринар уның сәләмәтлеге яҡшы булыуын билдәләне. Үҫеше йәшенә тура килә.

Ашатабыҙ, ҡарайбыҙ, талпандарға ҡаршы саралар ҡарайбыҙ.

Тимерхан Сафин, ветеринар

Кушнаренко районында урынлашҡан ҡырағай хайуандарҙы ҡотҡарыу үҙәгендә 2005 йылдан алып барлығы тиҫтәгә яҡын мышы быҙауы вольерҙа тәрбиәләнеп, иреккә оҙатылған. Вольер эсендә әле ҡабандар һәм бер марал ғына ҡалды.

(ы1)

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Фото №1 - Кушнаренко районындағы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ