Башҡортостанда "Ата-әсәлек даны" миҙалына лайыҡ тәүге дүрт ғаилә билдәләнде

Юғары наградаларҙы Республика башлығы бөгөн Өфөлә үткән форумда тапшырҙы. Ғаилә-йәмғиәттең стратегик көсө, заман ғаиләләренә субсидия, ташламалар ғына түгел, социаль үҫеш институтары ла кәрәк. Был пособиеларҙы бөтөрөү тигәнде аңлатмай, улар һаҡланасаҡ, кешеләрҙе йәмәғәт тормошона йәлеп итеү мөһим, улар үҙҙәренең кәрәклеген, файҙа килтерә алыуын аңларға тейеш, тине Рөстәм Хәмитов.

Министрлыҡ-ведомство етәкселәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, белгестәр, ата-әсәләр. Икесе тапҡыр ғына ойошторолған форумдың киң ҡолас алыуы аңлашыла. Ғаилә сәйәсәте менән бәйле һорауҙар бик мөһим. Эш аҡсала ғына түгел. Республикала йыл һайын адреслы ярҙамға 65 миллиард һум аса йүнәлтелә. Кешенең шәхес булып формалашыуы, тәү маҡсаттар ғаиләлә һалына. Илдең киләсәген аяғында ныҡлы баҫып торған, төплө белемле, һау-сәләмәт йәмғиәт билдәләй. Шуға күрә ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, шарттар тыуҙырыу мотлаҡ. Сөнки уңайлыҡтар булғанда ғына демографик күрһәткестәрҙе арттырыу хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкин.

ХРЗ Быйыл Республика Федераль үҙәктән 1,3 млрд һум күләмендә ярҙам алды. Улар балалар баҡсаларын төҙөүгә йүнәлтеләсәк. 2020 йылға, өс йәшкә тиклемге балалар өсөн 2,5 мең урын булдырыласаҡ.

Рөстәм Хәмитов билдәле ул һәм ҡыҙҙар тәрбиләгән дүрт ғаиләгә "Ата-әсәлек даны" миҙалын тапшырҙы. Әбйәлилдән Зәйнуллиндар биш бала үҫтергән, уларҙың барыһы ла тормошта үҙ урынын тапҡан. Улдары Ринат хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Ҡыйыу йөрәкле һалдат үлгәндән һуң ҡаһарманлыҡ ордены наградлана.

Улымдың яҙған хаттары, шиғырҙары бар. Үҙе юрист булырға хыялланды. Әсирлеккә эләкмәйем тип, дуҫтарын, иптәштәрен һатмай һуңғы патронға тиклем атышҡан. Үҙе наводчик ине. Аҙаҡ һуңғы граната менән үҙе менән ҡуша дошмандарҙы шартлатҡан. Ҡыйын хәл... Улыбыҙ менән ғорурланабыҙ.

Ғәлиә һәм Самат Зәйнуллиндар, "Ата-әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнеүселәр

Спортсылар Максим Чудом менән Алина Сәмиғуллинаның исеме Башҡортостан залҡына яҡшы таныш. Алина еңел атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, Параолимпия уйындары еңеүсеһе. Биатлонсы Максим Чудов иһә өс тапҡыр донъя чемпионы, Олимпия уйындарының бронза призеры. Балаларында еңеүсе рухы тәрбиәләгән ата-әсәләрҙең күкрәгендә бөгөн миҙал балҡый. Баланың килсәгенә нигеҙ тап ғаиләлә һалына, ти улар.

Ғорурбыҙ. Балаларҙың уңыштары ғаиләнән тора.

Галина һәм Александр Чудовтар, "Ата-әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнеүселәр

Өфөнән Семеновтарҙың йөрәге иһә балаларға һөйөү, наҙ менән тулы. Улар мәрхәмәтлек, изгелек өлгөһө. Был ғаиләлә 18 бала ҡанат нығытҡан, өсәүһе үҙҙәренеке, ҡалғандары тәрбиәгә алынған. Ишле ғаиләлә балалар татыу, эшһөйәр булып үҫә, өлкәндәре бәләкәстәренә өлгө , ти Семеновтар.

Яңыраҡ ғына иҫәпләп сығарҙыҡ: ғаиләбеҙҙә 32 кеше. Тиҙҙән 9-сы ейәнебеҙ тыуасаҡ.

Галина һәм Валерий Семеновтар, "Ата-әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнеүселәр

Республикала дан ғаиләләр күп, уларҙы йәмәғәт тормошона йәлеп итергә кәрәк. матди һәм рухи ярҙамға мохтаж категория ла бар, уларҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға ярамай. Республика өсөн һәр кеше ҡәҙерле. Балаларға мәктәп партаһында уҡ ғаилә ҡиммәтәрен аңлатыу, йәш быуынға дөрөҫ йүнәлеш биреү мотлаҡ. Кемероволағы фажиғә хәүфеһеҙлек мәсьәләһенең мөһимлеген иҫбатланы, был йүнәлеште лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа крәк. Ғаиләләр баҙар шарттарында үҙ проблемалары яңғыҙ тороп ҡалды, бөгөн был хатаны төҙәтергә ваҡыт, тине Рөстәм Хәмитов.

Ғаиләнең алы ла, ялы ла юҡ. Лайыҡлы шәхес тәрбиәләү ата-әсәләрҙән көндәлек, фиҙаҡәр хеҙмәт талап итә. Әлбиттә проблемалар ҙа юҡ түгел. Бөгөн ата-сәләр матди байлыҡ артынан ҡыуып тәрбиә мәсьәләһен мәктәп, педагогтар иңенә лә һалып ҡуя. Форум да мәсьәләләр уртаға һалып тикшерелде.Ҡарарҙар ҡанундар, программалар нигеҙенә ятырға тейеш. Дәүләт ғаиләләргә үҙ иңен ҡуйырға әҙер.

Аҙ тәьмин ителгән ғаилә тигән төшөнсә тарихта ҡалырға тейеш. Республика башлығы белдереүенсә, төп бурыс ғаиләнең матди ныҡлығын тәьмин итеү.Йәшәү урыны, балаларға лайыҡлы белем биреү, һаулығын нығытыу мөмкинлеге булырға тейеш.Дәүләт һәм йәмғиәт тап ошо маҡсатҡа ынтылырға бурыслы, ә ыңғай һөҙөмтәгә берҙәм көс ярҙамында ғына өлгәшергә мөмкин.

Автор: Рәмзиә Кәримова.