Ике йәш йөрәктең ғаилә ҡороу тантанаһын никах теркәү йортонда рәсмиләштереү бик мөһим ваҡиға. Йәш парҙар Виталий Козлов менән Регина Хәмиҙуллина тантаналы шарттарҙа Өфөнөң Киров районы Никах теркәү йортонда ғүмер юлын башлай.
Улар ике йыл элек танышҡан һәм дуҫлашып йөрөгән. Быйыл, ғаилә йылында йәштәр мөнәсәбәттәрен ата-әсәһен һәм туғандарын саҡырып, рәсмиләштерергә ҡарар иткән. Яңы тормош юлын башлаған ғаиләгә тантаналы шарттарҙа бүләктәр тапшырылды, изге теләктәр әйтелде. Уларҙың автомобилен Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тапшырған" Беҙ ғаилә йылында" өйләнештек стикеры биҙәйәсәк.




