Ағиҙел ҡалаһының 1-се урта мәктәбе Руслан Холбан исемен йөрөтәсәк

Ошо белем усағын тамамлаған егет хәрби хеҙмәткә алынып, Халыҡ-ара террорға ҡаршы көрәшкән махсус подразделениела Ватан алдындағы бурысын үтәй. Капитан дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул 2009 йылдың майында Дағстанда барған хәрби операция барышында боевиктар менән алышҡанда хеҙмәттәштәренең ғүмерҙәрен ҡотҡарам тип алғы һыҙатҡа баҫып, батырҙарса һәләк була.

Фото №1 - Ағиҙел ҡалаһының 1-се урта мәктәбе Руслан Холбан исемен йөрөтәсәк

Гөлисә Эргошова улын юғалтҡанға быйыл май туғыҙ йыл булды. Ысын капитан үҫтерә ул. Ҡурҡыу белмәҫ һәм һәр эшкә яуаплы ҡараған шәхес. Ағиҙел ҡалаһында урынлашҡан 1-cе мәктәп музейында батыр егеттең шәхси әйберҙәре, хәрби кейемдәре иң түргә ҡуйылған. Тап ошо парта артында ул ултырып уҡыған, ә был башланғыс синыфтарҙа төшөргән һүрәттәре. Суворов, Жуков миҙалдары, "Ватан алдындағы хеҙмәте" өсөн дүртенсе дәрәжә ордены менән бүләкләнгән яҡташыбыҙ Руслан Холбан мәктәп йәшенән үк тырыш һәм маҡсатына ирешеүсән булып үҫә.

Бик татыу синыфта уҡыны ул. Класс етәкселәре бының өсөн бик күп эштәр эшләне. Колхоз картуфын йыйғанда Руслан иптәштәренә мундир бешерә торғайны. Математика, физкультура, физиканы яратты.

Фәүзиә Фәррәхова, Ағиҙел ҡалаһының 1-се урта мәктәбе директоры урынбаҫары

Руслан Холбан мәктәпте тамамлағандан һуң, Рязандағы һауа десант училищеһына уҡырға инә. Артабан иң яҡшы курсант булараҡ Федераль именлек хеҙмәтенең махсус тәғәйенләнештәге подразделениеһына хәрби хеҙмәткә алына. Төньяҡ Кавказда Халыҡ-ара террорға ҡаршы уҙғарылған махсус операцияларҙа ҡатнаша. Үҙен юғары кимәлдә әҙер һәм ҡаһарман спецназ офицеры булараҡ таныта. Дағстанға ойошторолған һуңғы хәрби командировкаһы алдынан ул яҡындарына һөйөнөслө хәбәр ҙә еткерә. Яңы дәрәжә алған.

Шылтыратып: “Әсәй, мин хәҙер капитан. Һин капитан әсәһе”, тине. Мин ныҡ шатландым. Һуңғы командировка алдынан ине был.

Гөлисә Эргашова, Руслан Холбандың әсәһе

2009 йылдың майы Башҡортостанға күңелһеҙ хәбәр килтерә. Капитан Руслан Холбан боевиктарға ҡаршы ойошторолған операция барышында алғы һыҙатҡа баҫып, батырҙарса һәләк була. Советтар Союзы Александр Матросовтың ҡаһарманлығын ҡабатлап, ул да хәрби хеҙмәттәштәренең ғүмерҙәрен ҡотҡара. Батыр егет Мәскәүҙә Николо-Архангельск зыяратында ерләнә. Уның ҡәбере янында һәр яҙ күпләп халыҡ йыйыла. Туҡтауһыҙ тиерлек гөлләмәләр килтерәләр. Яҡташыбыҙ янына хәрби хеҙмәттәштәре лә килеп баш эйә.

Руслан "Альфа" махсус тәғәйенләнештәге подразделениела дүрт йыл хеҙмәт итте. Ошо ваҡыт эсендә ул үҙен ысын яугир булараҡ күрһәтте. Ихтирамға лайыҡ хәрби булды.

Владимир Игнатов, Халыҡ-ара "Альфа" террорға ҡаршы подразделениеһының ветерандар ассоциацияһы вице-президенты
Башбат

Ағиҙел ҡалаһындағы 1-cе мәктәпкә Руслан Холбан исеме биреләсәк. Ошо уңайҙан белем усағында тантаналы сара уҙғарылды. Әйткәндәй, мәктәп стенаһында капитандың яҡты иҫтәлегенә арнап таҡтаташ та ҡуйылған. Мәғариф учреждениеһының яңыса яңғыраясағы иһә уҡыусыларға ла ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Балалар һәм үҫмерҙәр рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, килгән ҡунаҡтарға хәрби тематикаға арналған йырҙарын бүләк итте.

Руслан Холбан исемендәге мәктәптә уҡыған уҡыусылар тик яҡшы билдәләр генә алырға тейеш. Улар бөтә ерҙә беренсе булырға, үҙҙәренең дә, Русландың да исемен күтәрергә тейеш.

Люциә Бәшәрова, Ағиҙел ҡалаһының 1-се урта мәктәбе директоры

Тантаналы сара сиктәрендә мәктәптең тамаша залында уҡыусылар өсөн "Батырлыҡ дәресе" уҙғарылды. Тәрбиәүи яҡтан был осрашыуҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Унда Руслан Холбан тураһында фильмдар күрһәтелде. Шулай уҡ батыр егеттең әсәһе, уҡытыусылары ла сығыш яһап, егет-ҡыҙҙарҙы уҡыуҙа ғына түгел, тормошта ла ныҡышмал булырға әйҙәне.

Дағстанда батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙҙың исемен мәңгелләштереү буйынса Ағиҙел ҡалаһында етди эш алып барыла. Бөгөн капитан Руслан Холбандың исемен яңы урамдарҙың береһе йөрөтә. Шулай уҡ урында стела ла урынлаштырылған. Мөһабәт композиция алдында ҡалалағы бөтә патриотик йүнәлештәге саралар уҙғарыла. Руслан Холбан үҫеп килгән быуын өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ