Ял көндәрендә йәшенле ҡойма ямғыр, боҙборсаҡ яуыуы, көслө ел сығыуы көтөлә. Уның тиҙлеге урыны менән секундына 20 метрға етеүе ихтимал.
Әгәр хәүефле тәбиғәт күренештәре мәлендә өйҙә булһағыҙ, мотлаҡ барлыҡ электр ҡорамалдарын һүндерергә, тәҙрәләрҙе ныҡлап ябырға һәм бүлмәнең төпкө өлөшөндә йәшенергә кәңәш ителә.
Асыҡ урында йәшенле ямғырға эләккән осраҡта , йырын, соҡор кеүек урындарҙа йәшенергә, яңғыҙ торған ағасҡа һыйынмаҫҡа, тимер конструкцияларҙан һәм һыу объекттарынан йыраҡлашырға тәҡдим ителә.
Автомобилдә булһағыҙ, йәшенле ямғыр үтеп киткәнен туҡтап көтөп тороу хәйерле, ти ҡотҡарыусылар. Ел көсәйгәндә шулай уҡ реклама банеры, электр линиялары һәм яҡшылап беркетелмәгән төрлө конструкцияларҙан алыҫыраҡ торорға ҡушыла.




