Йәйге миҙгелгә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 98-се ижад миҙгеленә йомғаҡ яһап, йәйге миҙгелен асты. Йә иһә, ижади төркөм июнь тамамланғансы тамашасылар менән бергә буласаҡ. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары иғтибарына репертуарының иң яҡшы сәхнә әҫәрҙәрен тәҡдим итәсәк.

98-се ижад миҙгелен театр коллективы йола буйынса Арыҫлан Мөбәрәков, Мәжит Ғафури, Мостай Кәрим кеүек арҙаҡлы башҡорт шәхестәре һәйкәленә сәскә һалып, "Йондоҙҙар баттлы" тип исемләнгән ҙур тамаша менән йомғаҡланы. Был юлы декрет ялындағы артистар ҙа балалары менән сәхнәгә сыҡты.

Миҙгел ябылһа ла, бер-нисә көндән “Бәхет хаҡы” спектакле Хәйбулла, Ейәнсура һәм Күгәрсен райондарына гастрольгә сыға. 20 июндә яңы спектаклебеҙҙең премьераһы буласаҡ. Унда төп рольде СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөллиә Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова башҡара.

Олег Ханов, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе

Автор: Азат Ғәлиуллин.