Киләһе "Алтын тирмә" төбәк-ара театрҙар фестивале Белорет районында үтәсәк. Конкурста еңеүсе исемен яулаған "Ирәмәл" ижади коллективы марафонды өс йылдан үҙҙәрендә ҡабул итә. Быйыл мәҙәни бәйге Учалы районында үтте, дүрт көн дауам иткән фестиваль барышында ике тиҫтәнән ашыу халыҡ театрҙары сығыш яһаны.
Сәхнәләге тамаша халыҡтың алҡыштары, ихлас көлөүенә күмелә. Кушнаренко районы артистары мәҙәни бәйгегә Туфан Миңнуллиндың "Гөргөри кейәүҙәре" музыкаль комедияһын алып килгән. Сәхнә әҫәрен 55 йыл халыҡ театры исемен йөрөткән коллективта шөғөлләнеүселәр үҙенсәлекле итеп башҡарырға тырышты. Һайлап алыу турын үткәс тә, бәйгегә ныҡлап әҙерләнә башлайҙар, ни тиһәң дә, фестивалдә көнәркәшлек көслө. Маһира Нуриуллина хаҡлы ялда булыуына ҡара маҫтан, көн һайын театрға эшкә барған кеүек йөрөй.
"Алтын тирмә" төбәк-ара театрҙар фестивале өс йыл һайын уҙғарыла. Быйылғы конкурсҡа республика район-ҡалаларынан, хатта күрше төбәктәрҙән ике тиҫтәнән ашыу коллектив һынау тотто. Һәр сығыш һуңында баһалама ағзалары спектаклде әҙерләүселәргә, актерҙарға тәнҡит һүҙҙәрен, теләктәрен еткерҙе. Шулай ҙа үҙ көстәре менән, күңел талабы, йыуанысы өсөн сығыш яһаусыларҙың йыл да артыуы шатлыҡлы, тип билдәләй улар.
Фестивалдә студент коллективтарының да сығышы тамашасылар күңеленә хуш килде. Һәр бер театр декорация, костюмдар буйынса ентекле әҙерләнгән. Спектаклдәр башҡорт, татар, урыҫ, сыуаш, мари һәм башҡа телдәрҙә уйналды.
Учалы халҡы дүрт көн дауамында төрлө спектаклдәр ҡарап кинәнде. Улар араһында киң билдәле "Тиле йәшлек", "ҡыҙ урлау", "Айгөл иле" кеүек сәхнә әҫәрҙәре тәҡдим ителде. һәр сығышты тамашасы дәррәү алҡыштар менән оҙатты.
Фестиваль сиктәрендә театр эшмәкәрҙәре өсөн семинар ҙа ойошторолдо. Оҫталыҡ дәрестәре, фекер алышыу театрҙар үҫешенә булышлыҡ итер, тигән ниәт бар. Әйткәндәй, киләһе йыл Рәсәйҙә театр йылы тип иғлан ителәсәк.




