Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре араһында үткән турнир спорт байрамының төп биҙәгенә әүерелде. Коллегаларыбыҙ "Вся Уфа" телекомпанияһы кубогы өсөн көрәш алып барҙы.
Әйтергә кәрәк, "Өфө" клубы менән берлектә уҙғарылған турнир икенсегә ойошторолдо. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, был юлы командалар һанының артыуы күҙәтелде. Шуға ла коллективтар ике төркөмгә бүленеп уйнаны. Иртән яуып үткән ямғыр футбол яланын еүешләүгә ҡарамаҫтан һәр кем хәленән килгәнсә яҡшы уйын күрһәтергә тырышты. Шулай ҙа айырым командаларҙың оҫталығы шунда уҡ күҙгә салынды. Бигерәк тә "Бизнес он Лайн" егеттәренең уйынына һоҡланмау мөмкин түгел ине. Ярышта үҙ көсөн Башҡортостан юлдаш каналы хеҙмәткәрҙәре һынап ҡараны. Улар турнирға әҙерлек сиктәрендә бер нисә күнекмә үткәргән.
Һәр уйын 10 минут ҡына дауам итә. Ваҡыттың ҡыҫҡа булыуына ҡарамаҫтан, көйәрмәндәр бик күп матур голдарҙың шаһиты булды. Турнир һөҙөмтәләре буйынса "Вся Уфа" телекомпанияһы Кубогын быйыл "Бизнес он Лайн" командаһы яуланы. Икенсе баҫҡысҡа "Энержи" радиостанцияһы вәкилдере, өсөнсөлә "Өфө"футбол клубының матбуғат хеҙмәте. Еңеүселәр ойоштороусылар әҙерләгән иҫтәлекле бүләктәргә эйә булды.




