Йыл үҫәһен ай үҫеп...

Яғыулыҡҡа хаҡ артыуына хатта, бензинда эшләүсе зажигалка йөрөтөүселәр ҙә зарлана башланы. Ә автомобиль хужалары тураһында һөйләп тораһы ла түгел. Зарланмаҫһың да. Был аҙнала ғына бензинға хаҡты өсөнсөгә арттырҙылар. Хәйер, шул зарланыуҙан ары китә алмайбыҙ. Ә улар шул тойғоларҙың сиген һынай ҙа инде. Утыҙ тингә күтәрәләр ҙә, реакция көтәләр. Юҡ икән, бер аҙҙан тағы шул сама өҫтәйҙәр. Артабан тағы, тағы.

Фото №1 - Йыл үҫәһен ай үҫеп...

Ҡайышты ҡыҫып билде һындырғансы дауам итер кеүек тойола. Бер юлы кәрәк күләмгә еткерһендәр ҙә, етәр ҙә. Юҡһа, халыҡтың аһ-зарын тыңлап ләззәт алып кисерештәрен мөмкин тиклем оҙаҡҡа һуҙырға тырышҡан кеүек тойола башланы. Ә ысынында бензинға хаҡтың туҡтауһыҙ артыуы нимәгә бәйле? Һәм булырмы сиге?

Хаҡ артыуға ҡарамаҫтан, автозаправкалау станцияларында сират кәмемәй. Ҡырмыҫҡа иләүе һымаҡ ҡайнаған ҙур мегаполистарҙа тимер атһыҙ мөмкин түгел, эшкә лә, ашҡа ла өлгөрөү өсөн шәхси транспорт кәрәк. Һәр ғаиләлә ике-өс автомобиль. Ә бензинға хаҡтың артыуы кеҫәгә ныҡ һуға. Шәхси транспортты матурлыҡ өсөн ишек алдына ҡуйып автобусҡа күсеп ултырмаҫбыҙ тимә.

Яғыулыҡҡа, аҙыҡ-түлеккә хаҡ арта, ә эш хаҡы шул уҡ. Көн һайын машинала йөрөйөм, баламды балалар баҡсаһына алып барам. Хаҡтар артыуы бик ҡыйын кисерелә. Аҙнаһына, бензинға ғына, 1 200-1 300 һум тирәһе аҡса китә.

Айгиз Байрамғолов, водитель

Яғыулыҡтың ҡиммәтләнеүен 30-50 тин дә булғанмы аҡса, ул төшөп тә ҡала, бензинды алдамай ҡойһалар еткән тип тә ҡарарға мөмкин. Тик был юлы түгел. Сөнки хаҡ артыу йолаға әйләнеп бара, был аҙнала ғына өсөнсө тапҡыр, ә йыл башынан яғыулыҡтың һәр литры уртаса 1 һум 50 тингә ҡыйбатланған.

Шулай итеп, бөгөндән водителдәр араһында ҙур ихтыяж менән файҙаланған АИ-92 бензины 39 һум 10 тин тора. Май башында ғына ул 1 һум 20 тингә арзаныраҡ ине. Ҡалған маркаларға килгәндә, АИ-92 "Атум" өсөн хәҙер автоһәҫкәрҙәр 39 һум 70, АИ-95 "Атум" менән ҡулланыусылар 42, ә дизель яғыулығы өсөн 42 һум 30 тин түләргә мәжбүр.

Нефть компаниялары хаҡ арттыра тип түгел, кем алыҡ уҙыша тип әйтергә мөмкин. Иҡтисадсылар фекеренсә, яғыулыҡтың ҡиммәтләнеүе быйыл 1 ғинуарҙан акциздарҙың күтәрелеүенә бәйле. Йәғни, финанс министрлығының юрағаны юш килмәне, фараздар буйынса акциздар тураһындағы закон хаҡтарға йоғонто яһарға тейеш түгел ине. Шулйа ҙа быйыл ил ҡаҙнаһы акциздар иҫәбенә генә 40 миллиард һумға тулыланыр тип көтөлә.

Ауыл хужалыҡтарында сәсеү эштәре башланғас, йәнәһе, бензинға ихтыяж артты тигән сәбәп менән хаҡтарҙы арттыралар. Әммә төп нигеҙ – һалымдың күп булыуы. Бензин хаҡының 60% һалымдар, 40% нефть компанияларына ҡала.

Илдар Ғәбитов, иҡтисадсы

Әлбиттә, акциздарҙан башҡа ла сәбәптәр бар. Берҙән, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр. Ҡара алтын менән һатыу иткән Иранға ҡаршы санкциялар индерелгәндән һуң ил баҙарында нефткә ихтыяж артты. 2014 йылдан алып тәүге тапҡыр бер баррель нефть 80 долларға етте, был ике тапҡырға ҡиммәтерәк тигән һүҙ. Бөгөн Рәсәйгә нефтте ил баҙарына сығарыуға ҡарағанда ситкә һатыу отошлораҡ. Белгестәр хатта, етешһеҙлек булыуы мөмкин тип фаразлай. Тәүге сигнал Сахалиндар, автозаправкалау станцияларында бензин булмау сәбәпле, водителдәр уны япондарҙан литрын 100 һумға һатып алырға мәжбүр. Ихтыяждың артыуы үҙе үк хаҡтар күтәрелеүгә сәбәпсе.

Сағыштырыу өсөн АИ-92 маркалы бензин 2005 йылда 16 һум 80 тин, 2010 йылда 22 һум 90 тин, 2015 йылда 32 һум 80 тин торған. Күреүегеҙсә, иң ҙур айырма һуңғы ике йыл араһында, уртса 3 һум тирәһе. АИ-95, дизель яғыулығы менән дә шул уҡ күренеш. Мәҫәлән, дизель яғыулығы һуңғы 13 йыл эсендә өс тапҡырға тиерлек ҡиммәтләнгән.

Өсөнсө сәбәп, әле нефть эшкәртеү предприятиеларынң күбеһен яңыртыу бара, ҡоролмалар алыуға аҡса китә. Катализаторҙар ситтән һатып алына, бында һумдың төшөүе, долларҙың артыуы йоғонто яһай. Тағы бер сәбәп ауыл-ҡасабаларҙағы бәләкәй заправкалау станциялары килемһеҙ эшләй, йәғни уларҙың табышы сығымдан аҙыраҡ. Уны социаль эшмәкрлек тип ҡарарға мөмкин, сөнки төпкөлдәрҙә йәшәүселәр яғыулыҡ артынан район үҙәктәренә йөрөргә тейеш түгел. Миҙгел факторы ла бар, бензин хужалыҡтарҙа ҡыр эштәре башланыу менән дә күтәрелә. Ошо сәбәптәр бер урынға уҡмашып бензинға хаҡ артыуға килтерә лә инде.

Аналитиктар фекеренсә, 95-се бензинға хаҡ 50 һумға ла барып етеүе ихтимал. Бында сәйәси яҡ та бар. Антимонополия хеҙмәте бензин хаҡы инфляция кимәлен арттырырға тейеш түгел, ти. Ҡыҙғанысҡа, әле башҡа картина күҙәтәбеҙ.

Вадим Болтыров, финанс аналитик
Башбат

Бензинға хаҡ күтәрелеүҙең сиге тиҙерәк етерме, әллә халыҡтың түҙемлеге алданыраҡ шартлармы, әйтеүе ҡыйын. Тик былай барһа күптәрҙең газға күсеүе йәки автомобилдәрен һата башлауы мөмкин. Эксперттар фекеренсә, хаҡты ауыҙлыҡлау өсөн бер генә юл бар, акциздарҙы кәметеү һәм рәсәй баҙарына оҙатылған яғыулыҡ күләмен арттырыу. Монополияға ҡаршы хеҙмәт был тәҡдим менән риза, әле бензин биржаһында һатыуҙарҙы арттырыу тураһында һүҙ бара.

Әлбиттә, хәҙер башҡа илдәрҙә яғыулыҡҡа хаҡ күпкә юғарыраҡ тип тынысландырып маташалар. Ләкин, уларҙа бит хеҙмәт хаҡы ла юғары. Һәм шуныһы: үҙҙәрендә нефть ятҡылыҡтары булмай тороп та бензинға хаҡ түбән булған илдәр ҙә бар.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ