Яғыулыҡҡа хаҡ арттырыу йәһәтенән страховкалаусы компанияларҙың да бәйҙән ысҡыныуы ихтимал. Рәсәй банкы уларға тарифтарҙы үҙҙәренә һайлау мөмкинлеге бирҙе. Йәғни, иң түбән һәм иң юғары хаҡты билдәләнеләр ҙә, страховкалау компаниялары һәр водителгә шәхси рәүештә коэфициент ҡуйырға тейеш. Әлбиттә, тәү сиратта автомобиль хужаһының йәше, стажы, аварияһыҙ йөрөүе иҫәпкә алынасаҡ. Һөҙөмтәлә тәжрибәле һәм тәртипле генә йөрөгән водителдәр страховка өсөн әҙерәк түләһә, йәштәргә киреһенсә.
Шулай итеп ОСАГО биш йөҙҙҙән мең һумға артыуы ихтимал. Финанс регуляторы был аҙымды халыҡ өсөн эшләнек тип ышандыра. Йәнәһе лә, намыҫлы граждандар әҙерәк түләй башлаясаҡ. Сит илдәрҙә ошо системаны индереү менән страховка хаҡтары киреһенсә төшкән. Тик бына беҙҙә лә шулай булырына һис кенә лә ышанмайым. Рәсәйҙә был тарифтар коридорының иң юғары ставкаһын һайлаясаҡтар. Ниндәй һандар тураһында һүҙ бара һәм кемдәр күпмегә күберәк түләйәсәк.
Эш хаҡы оҙаҡ көттөрһә лә, түләүҙәр тиҙ генә килә лә етә, тип уфтана Исмәғил Ҡоҙаҡаев. Тиҙҙән уның ОСАГО полисының да мөҙҙәте ғәмәлдән сыға. Йыл буйына аварияһыҙ йөрөгән водителде былтыр страховкалаусы компания биш процентлыҡ ташлама менән һөйөндөргән. Әммә быйылғы льготаның юҡҡа сығыуы ихтимал. Сөнки Үҙәк банк ОСАГО-ның төп тарифтарын һәм уларға коэффициенттарҙы үҙгәртергә ниәтләй. Водителдәр был өлкәләге реформа тәү сиратта ҡулланыусылар кеҫәһенә һуғасаҡ тигән фекерҙә.
Күләмле реформаларға ярашлы, страховкалаусы компаниялар ОСАГО-ның база тарифын 20 процентҡа арттырыу йәки кәметеү мөмкинлеге аласаҡ. Әгәр ҙә хәҙер иң түбән тариф 3 мең 432 һум күләмендә билдәләнһә, иң күбе 4 мең 118 һум тәшкил итә. Ғәмәлгә инәсәк үҙгәрештәрҙән һуң коридор 2 мең 746 һумдан 4 мең 942 һумға тиклем буласаҡ. Шулай итеп уртаса водитель өсөн иң отошло полис 1 мең 200 һумға, ә иң ҡиммәтлеһе ете мең һумға тиклем артыуы көтөлә. Күҙ алдына килтереү өсөн, Мәскәүҙә йәшәүсе автомобиль хужаһы 110 ат көсөнә эйә булған транспорт сараһын тәүге тапҡыр страховкалағанда 8-10 мең һум түләргә тейеш. ОСАГО-ның яңы ставкаһы буйынса полистың хаҡы 6 мең 600 һумға тиклем төшөргә, шул уҡ ваҡытта 11 мең 900 һумға тиклем артырға мөмкин. Әлбиттә, бындай осраҡта страховкалаусы компанияларҙың ниндәй вариантҡа өҫтөнлөк биререн төҫмөрләргә генә ҡала.
Белгестәр һуңғы йылдарҙа теркәлгән ОСАГО килешеүҙәренең кәмей барыуын билдәләй. Әгәр ҙә инде һатылған автомобилдәр һаны арта барыуын иҫәпкә алғанда был бик сәйер күренеш. Бының сәбәбен улар ялған полистарҙың ишәйеүе менән аңлата. Бер яҡтан водителдәр уларҙың законға ярашлы булмауын белмәй йөрөүе лә мөмкин, икенсенән автоһәүкәрҙәр белә тороп осһоҙ полистарға өҫтөнлөк бирә. Сөнки страховканың хаҡы артҡан осраҡта ла, штраф күләме шул килеш һаҡлана. Бындай осраҡта "Һаран ике түләй" тигән тапҡыр әйтемде иҫтән сығарырға ярамай, ти инспекторҙар.
Нисек кенә булмаһын, страховка тарифтарының үҙгәреүен водителдәрҙең күбеһе ыңғай ҡабул итер тип көтөлә. Сөнки бынан ары аварияһыҙ йөрөүселәләр башҡалар өсөн үҙ кеҫәһенән түләмәйәсәк. Шулай уҡ руль артындағыларҙы категорияларға бүлеү, мутлашыу осраҡтарын да кәметәсәк, ти белгестәр. Законһыҙ табыш артынан ҡыуыусыларға хәҙер махсус рәүештәр авариялар ойошторған һайын страховка күләме лә артып торасаҡ.
Йәй башынан шулай уҡ европротокол буйынса максималь түләү ике тапҡырға артасаҡ. Әлеге ваҡытта проблеманы инспектор саҡыртмайынса үҙ аллы хәл итеүсе водителдәр иң күбе 50 мең һум күләмендә страховкаға дәғүә итә ала. Тағы ла мөһим яңылыҡтарҙың береһе, ул европротоколды бәхәсле осраҡ ваҡытында ла тултырырға мөмкин. Әйткәндәй, бөгөн илдә теркәлгән юл-транспорт фажиғәләренә тарыусыларҙың 30 процентҡы яҡыны ябайлаштырылған тәртипкә өҫтөнлөк бирә.
Страховкаға хаҡтарҙың артыуы әле генә тамамланмаясаҡ, ти белгестәр. Сөнки страховкалаусы компаниялар йыйымдар түләүҙәрҙе ҡапламай тип ышандыра һәм бер нисә йылдан тотошлайы менән үҙаллыға әйләнеүҙәре мөмкин. Рәсәй банкы ҡайһы бер социаль әһәмиәтле коэфицинттарҙы ғына көйләй аласаҡ.




