Рәсәйҙә йыйылған яңы Президент лимузины күптән түгел генә йәмәғәтселек иғтибарына йәлеп ителде. Илебеҙ инженерҙарының ижад емеше дәүләт башлығы иннаугурацияһы барышында күптәрҙе хайран ҡалдырҙы. Иң алдынғы технологияларға таянып эшләнгән "Аурус"та Башҡортостандың дә өлөшө бар.
Ниндәй генә ҡатмарлы механизм булмаһын бер генә болт эшлектән сыҡһа ла машина эшләмәйәсәк. Ана шул болт беҙҙә етештерелгән дә инде.
Мейестә 900 градус, цехта тәүлек әйләнәһенә ҡырҡ. Бәләбәйҙең "Автонормаль" предприятиеһында эҫегә күнеккәндәр. Мейестәрҙә заводта етештерелгән төп продукция, болттар һәм шөрөптәр сынығыу үтә.
Бәләбәй болттары коррозияға ла бирешмәй. Гальваника цехында улар махсус япма менән ҡаплана.
Болт әлбиттә, двигатель, пуля үтә алмаҫлыҡ быяла йәки үҙенсәлекле тәгәрмәс түгел, әммә машинаның өлөштәрен нығытып, беркетеп ҡуйыусы шуға ла унһыҙ бер генә ҡорос ат та юлға сыға алмай. Кортеж проектына Бәләбәйҙәр 115 төр продукция тәҡдим иткән. Исемлектең 50 проценты лимузин өсөн махсус эшләнгән.
Рәсәйҙә йыйылған барлыҡ автомобилдәрҙә лә Белзанда етештерелгән деталдәр бар. Шул иҫәптән Президенттың яңы лимузинында ла. Бәләбәй болттарына тотош автомобиль сәнәғәте беркетелгән тип шаярта завод хеҙмәткәрҙәре. Шуға ла "Кортеж" проектына ла предприятиела ышаныс ҙур.
Шөрөптәр генә етештерелһә лә, заводҡа тиҙ генә үтеп булмай. Белзан оборона министрлығы заказдарын үтәй, хәҙер бына Президент лимузинын йыйыуҙа ла ҡатнаша. Шуға ла сюжетты әҙерләү өсөн автомобиль һәм автомоторҙар ғилми тикшеренеү институты менән дә бәйләнешкә сығырға тура килде. "Аурус" тип аталған яңы машина тап ошо фәнни үҙәктә әҙерләнде.
Лимузин тәүге тапҡыр Президент Владимир Путиндың инаугурацияһында йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителде. Премиум класындағы тәүге Рәсәй автомобиле "Мерседес" һәм "Роллс-Ройс" кеүек билдәле брендтар менән дәғүәләшергә әҙер. Аурус маркаһы менән тиҙҙән седан, минивэн һәм внедорожниктар етештерергә иҫәп тоталар. Уларҙың өлөштәрен бер бөтөнгә әлбиттә, Бәләбәй болттары беркетеп торасаҡ.
Президент өсөн йыйылған машина әлбиттә, берәү генә , әммә "Аурус" тарҙы киң ҡатлам ҡулланыусыға һатыуға сығарыу пландары ла бар. "Ростех" корпорацияһы башлығы менән осрашыуҙа Владимир Путин Рәсәйҙең яңы автомобилен байҙар һәм түрәләр генә түгел, урта хәллеләр ҙә һатып алыу мөмкинлеге булырға тейеш, тип белдерҙе.




