Миллиондар бәләһе

Лотерея алғаныбыҙ юҡ, әммә башҡа берәйһе отһа, нишләп мин уңышһыҙ тип зарланабыҙ. Был аҙнала Туймазы ҡалаһында бер ирҙең лотереяла 83 миллион һум отоуы тураһында хәбәр сығыуы тойғоларҙы тағы ла яңыртты. Кемделер көнләштерҙе, кемдәрҙелер ҡыуандырҙы, хыялландырҙы, ә берәүҙәрҙе лотерея билеты артынан йүгертте. Ниндәй көс һуң ул? Ҡомармы, әллә ауырыумы? Буштан килгән бушҡа китмәйме һәм аҡса кешегә нисек тәьҫир итә?

Фото №1 - Миллиондар бәләһе

Нишләп мин шундай уңышһыҙ? Йә Хоҙайым, исмаһам бер мең булһа ла аҡса отҡаным юҡ бит тип зарланған бер әҙәм балаһы. Ә һин лотерея алып ҡарағаның бармы һуң, тип һораған юғарылағы тауыш. Күптәребеҙ ошо әҙәм йөҙөндә үҙен күрәлер.

Лилиә Иҙиәтуллина ай һайын, хеҙмәт хаҡы алыу менән кәмендә алты төрлө лоторея билеты һатып ала. Үҙенең ҙур суммала отошон хатта, төшөндә лә күргән.

Лотерея алыуҙан үҙ-үҙемде тота алмайым. Еңелгән саҡта ла ҡайғырмайым, сөнки һәр билеттан Рәсәйҙең спорт үҫешенә аҡса бүленә.

Лилиә Иҙиәтуллина, лотерея уйнаусы

Шулай ҙа Лилиәнең ҙур күләмдә аҡса отҡаны юҡ. Әҙ-мәҙ генә, тағы ла лотерея билеты һатып алырлыҡ ҡына. Ҡомарлы уйын шуға ҡоролған да инде. Бирмәй ҙә, ебәрмәй ҙә. Нимәлер отор өсөн уңышлы булыу ғына етмәй. Ҡомарлы уйынсылар аҡса отоуҙың ниндәйҙер ҡағиҙәһен дә уйлап сығара. Өфөнән Гөлнара менән Рөстәм Фәйрузовтар һандар комбинацияһына өс ҡыҙының тыуған көндәрен күрһәтә.

Ай һайын йөҙ һумға билеттар алабыҙ. Балаларыбыҙҙың тыуған көн датаһын ҡуябыҙ.

Гөлнара Фәйрүзова, Руслан Фәйрүзов, лотерея уйнаусылар

Шишмә районы Ирек ауылында йәшәгән Фәрзәнә Исхаҡова бер-нисә тапҡыр ҙур отошҡа эйә булған. Әммә ул уңыш серен дә, төшкән аҡса күләмен дә бар кешегә лә асырға теләмәй. Йәнәһе лә, күҙ тейә. Сөнки уға юғары көстәр ярҙам итә тип иҫәпләй.

Билет һатып алғанда Хоҙайҙан ярҙам һорағайным, 150 мең һумлыҡ кухня гарнитурын оттом. Алып килеп бирҙеләр, ҡороп ултырттыҡ. Кемгә насип була – шул еңә.

Фәрзәнә Исхаҡова, лотерея уйнаусы
Башбат

Ҡыҫҡаһы лотерея... Ҡомар менән тупланған аҡсаны кемдер берәүгә биреп тә ҡуя. Әммә еңел табышҡа эйә булғандарҙың артабанғы яҙмышы ниндәй йүнәлеш ала, оҙон аҡсалар уларҙы бәхетле итәме?

Ысынлап та, хәйерселектән ҡапыл байып, һуңынан тағы ла бөлгөнлөккә төшкән Мөхәмәтйәновтар асыҡ миҫал. Баш ҡалала йәшәүсе ғаилә көтмәгәндә бер миллион доллар аҡса ота. Ун ете йыл ваҡыт үткәндән һуң Өфө миллионеры нисек көн итә, был һорауға беҙ ҙә яуап эҙләнек, әммә ҡалын ҡоршауҙы асып инә алманыҡ. Ишек аша ғына һөйләштек.

Ҙур күләмдә аҡса отҡан Мөхәмәйәновтарҙың отошо биш йыл эсендә юҡҡка сыҡҡан. Улар үҙҙәре лә ҙур суммалағы аҡса беҙҙе тағы ла бәхетһеҙерәк итте, тип танырға мәжбүр булған.

Лотереяға отолған аҡсалар был затлы йорттан фатир һатып алыусыларҙы бәхетле һәм бай итә алмаған. Улар бөгөн бер кем менән дә аралашмай. Аҡсалары менән ҡулланған дуҫтары һәм туғандары ла улар янында юҡ. Мөхәмәтйәновтар тарихын "еңел төшкән байлыҡ-бер айлыҡ" тип һығымта яһарға була.

Бәлки, шуғалыр ҙа үткән аҙнала ғына, 83 миллион һум отҡан Туймазы миллионеры улар хатаһын ҡабатларға теләмәй. Сөнки күктән тиерлек төшкән ҙур аҡсалар күптәр өсөн оло һынау, ти психологтар ҙа.

Еңеүҙе Хоҙай бүләге тип ҡабул итһендәр ҙә, эскелеккә уны бөтөрмәһендәр ине. Процент алып, ғүмер буйына матур йәшәргә мөмкин.

Рәмилә Әбделғужина, табип, психиатр-нарколог

Ә имтиханды уңышлы үтергә теләгәүселәр үҙ маҡсатынан баш тартмай икән, тимәк, бәхетле билет тартып, уңышлы комбинациялар ҡорған миллионерҙар буласаҡ әле. Башҡортостанда ғына йыл башынан 32 кеше отошло лотерея биллеттары һатып алған. Улар араһынан 5 кеше миллиондар эйәһе булған. Ә Рәсәй тарихында иң ҙур отош Новосибирск ҡалаһынан 300 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ