Башҡортостанда бөгөн Музейҙар төнө

Халыҡ-ара акция республикала һигеҙенсе тапҡыр ойошторола. Халыҡҡа күргәҙмәнән тыш ҡыҙыҡлы саралар ҙа тәҡдим ителә. Быйыл ул Ғаилә йылына арналды.

Музейҙарҙа ҡыҙыҡлы әңгәмә, викториналар, әҙәби-музыкаль кисәләр, театрлаштырылған тамаша, фотосессиялар ойошторола. Саранан шулай уҡ республика башлығы ла ситтә ҡалманы. Рөстәм Хәмитов баш ҡаланың Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество, "Мираҫ" һәм Өфө художество галереялары эше менән танышты.

Акция төнгө сәғәт ун икегә тиклем дауам итә. Әле һеҙҙең дә теләгән музейға барып килергә ваҡытығыҙ бар. Ә инде аҙна дауамындағы башҡа мөһим яңылыҡтар менән хеҙмәттәштәрем таныштыра.

Автор: Азат Ғәлиуллин.