Һәр хәлдә, Учалы районының Яңы Байрамғол ауылы эргәһендәге Әүештаға килгән халыҡ шулай тип иҫбатлай. Ышаныу шул тиклем көслө, хатта, шишмәгә халыҡ мәккәгә шикелле йөрөй. Бер айға ғына ер аҫтынан урғылған сығанаҡтан һыу алырға оҙон сират йыйыла. Этеш-төртөш, низағлашыу арҡаһында был ерҙең изге булыуы ла онотолоп китә. Урында йәшәүселәр был тәртипһеҙлеккә ризаһыҙлыҡ белдерә.
Иртәнге сәғәт һигеҙ тулып, туғыҙынсы китеүгә Әүешкүлгә халыҡ йыйыла башланы. Кеше күп булмаһа ла, шишмә тирәләй сират теҙелә. Сөнки төрлө тарафтарҙан килеүселәр бер һауыт менән генә сикләнмәй, юл төшкәндә тип, һыуҙы феләктәргә тултырып, туғанының туғанына ла алып ҡайта.
Йылдағыса шишмә май башында урғыла. Ләкин бер айға ғына. Шуға ла халыҡтың күпләп килеүен аңларға була. Ғәҙәттә, ял көндәре Иҫке Байрамғол аша шишмәгә меңәрләгән кеше үтә. Ауылдың оло быуын вәкилдәре күптәренең ҡомһоҙ ҡыланыуына әсенә.
Сират йыйылғанлыҡтан изге урын йыш ҡына ыҙғыш-талаш урынына әйләнә. Әүлиә шишмәһенә килеүселәр һыуҙы сәғәттәр буйы көтөргә мәжбүр.
Ҡурсаулыҡ етәксеһе әйтеүенсә, Әүешкүлгә быйыл 4 меңдән ашыу кеше килгән.
Сират, айырыуса, шишмә яңы саҡ аға башлағанда, йә киреһенсә, ҡороуға табан барғанда күҙәтелә, сөнки һыу яй аға. Шуға ла Әүешкүл ваҡытын махсус сайттан ҡарап барыу ҙа файҙаға ғына. Әүлиә шишмәһенә килеүселәр Әүештауға ла күтәрелә.
Биш-алты йыл элек Әүештауға артылыу килгән халыҡҡа ҡыйынлыҡтар тыуҙырған. Сөнки балсыҡ юл батҡаҡҡа әйләнгән, ә һуңғы өс йыл эсендә таш түшәлгән, күреүебеҙсә, тауға күтәрелгәндә халыҡ ял итһен өсөн 100 метр һайын эскәмйәләр ҡуйылған.
Аяҡтары тыңлашмаһа ла, быуындар һыҙлаһа ла улар Әүештауға күтәрелә. Артылыуға ғына ярты көн үтеүе ихтимал, әммә диндарҙар ҡәберлек эргәһендә доға ҡылыу, икенселәр теләк теләр өсөн көсөн йәлләмәй.
Ысынлап та, изге урындың һаулыҡҡа файҙаһы тураһында йыш телгә алына. Әммә ҡайһы берҙәр төрлө имеш-мимештәргә ышанып, тауға артылғанда теләктәр ҡабул булһын өсөн әүлиә ҡәберлегенә таш һала икән, шулай уҡ ағастарға төрлө таҫмалар бәйләү ҙә һуңғы йылдарҙа айырым йолаға ингән.
Эйе, халыҡ төрлө ырымдарға ышана. Бының өсөн ябай аңлатма ла бар. Һыуҙағы химик матдәләр кеше һаулығына ыңғай йоғонто яһай, ул минералдарға бай.
Сихри көсмө, әллә ябай тәбиғәт үҙенсәлегеме? Нисек кенә булмаһын халыҡ был урынды мәккәгә әйләндерҙе лә инде. Һәр кемдең үҙ дәлиле, ышаныусылар ҙа, ышанмаусылар ҙа бар. Шулай ҙа халыҡ шишмәгә күпләп килә икән, тимәк туризмды үҫтерер өсөн шарттар булдырыр кәрәк.




