Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле алдынан ҡотҡарыусылар йылға-күлдәрҙе тикшерә

Башҡортостанда һыу инеү миҙгеленә әҙерлек әүҙем бара. Ҡотҡарыусылар 140 профилактик рейд ойошторасаҡ. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитететы хәбәр итә.

Балалар һауыҡтырыу лагерҙарында 59 дәрес үткәреү күҙаллана. Балаларға һыу буйында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре хаҡында һөйләйәсәктәр, беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса практик дәрес уҙғарасаҡтар һәм ҡотҡарыу ҡоролмалары менән таншытырасаҡтар. Бынан таш, һыу буйында урынлашҡан халыҡтың ял итеү урындарына 81 рейд ойоштороласаҡ. Ял итеүселәрҙең күпләп йыйылған ергә ваҡытлыса ҡотҡарыусылар посты ҡуйыласаҡ.

Был саралар төбәктә йәшәүселәрҙең хәүефһеҙлеге маҡсатында ойошторола. Уҙған йылда һыуҙа барлығы 93 кеше һәләк була. Ағымдағы йылдың 15 майына ҡарата дүрт кешенең ғүмере өҙөлгән.

Фотография: Интернет