Башҡалала төнгө профилактик рейдтар ойошторола

Комендант ваҡыты ике сәғәткә ҡыҫҡарҙы. Хәҙер балиғ булмағандарға «төнгө ваҡытта» 00:00 сәғәттән алып 06:00 сәғәткә тиклем яңғыҙҙарына урамға сығырға тыйыла. Был хаҡта Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итәләр.

Был комендант ваҡыты 30 сентябргә тиклем дауам ителәсәк. Быға тиклем 17 йәштәре тулмаған үҫмерҙәргә 22:00 сәғәттән алып 06:00 сәғәткә тиклем йәмәғәт урындарында йөрөргә тыйылды. Бары тик ата-әсә йәки баланың законлы вәкиле менән генә урамға сығырға рөхсәт ителә.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары төнгө ваҡытта профилактик рейдтар уҙғарасаҡ. Был саралар балалар һәм үҫмерҙәр хәүефһеҙлеге маҡсатында ойоштороласаҡ. Рейдтар балиғ булмағандар тарафынан енәйәтселекте кисектереүгә йүнәлтелә.

Фотография: Интернет