Башҡортостанда еңел автомобиль менән йөк машинаһы бәрелешеүе һөҙөмтәһендә водитель һәләк була

Иглин районында Һамар-Өфө-Силәбе юлында ВАЗ-2110 менән «Скания» йөк машинаһы бәрелешә. Һөҙөмтәлә, еңел автомобиль юл ситенә түңкәрелә.

Хәбәр итеүҙәренсә, ВАЗ-2110 транспорты руле артында 64 йәшлек ир була. Ул Өфө йүнәлешендә китеп барған була. Йөк машинаһы менән бәрелешеү һөҙөмтәһендә, еңел автомобиль юлдан осоп төшөп китә.

Һөҙөмтәлә, ВАЗ автомобиле водителе һәләк була. Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләй. Авария сәбәптәре асыҡлана.