20 майҙа,һауа температураһы 23 градус күрһәтһәлә, республикала боҙборсаҡ яуып үтте. Сейә ҙурлыҡ боҙ Өфөнөң Дим районында, Авдонда һәм Иглиндә яуҙы.
Урында йәшәүселәр хәбәр итеүенсә, бер нисә минут эсендә баҡсалар һәм урамдар боҙборсаҡ менән ҡаплана.
Тәбиғәт күренешенең фотоһүрәттәре шул уҡ ваҡытта социаль селтәрҙәргә һалына. Урындағы халыҡ өсөн был көтөлмәгән хәл була, сөнки тышта һауа температураһы ярайһы уҡ эҫе булған.





