Башҡалала З.Космодемьянская ис. скверҙа ҡарағай ағастары ултыртыласаҡ

21 майҙа ҡарағай ағастарын ултыртыу буйынса акция үтә. Акцияны ойоштороусо- депутат Вячеслав Аброщенко. Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сквер 90-сы йылдарҙа бөтөрөлә.

Урындағылар был биләмәне автомобиль ҡуйыу урынына әйләндерә. 2016 йылда төҙөкләндереү эштәре башҡарыу һөҙөмтәһендә сквер матур ял итеү урынына әүерелә. Урында күп йыллыҡ ағастар һаҡланып ҡала.

Әле скверҙа яңы үҫентеләр ултыртыу өсөн урын күп. Акция сәғәт ун икелә башлана.

Фото: Интернет