Өфөнөң һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн коррекцион мәктәптә махсус стена барлыҡҡа килде

28-се мәктәп-интернатта тактиль стенаны асыу тантанаһы уҙҙы. Был махсус стена крауд-проект сиктәрендә барлыҡҡа килде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект уҙған йылда старт алғайны.

Фото №1 - Өфөнөң һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн коррекцион мәктәптә махсус стена барлыҡҡа килде

Проект 68 мең һум аҡса талап итә. Һөҙөмтәлә, был сумманан күберәк аҡса туплана. Ирекмәндәр һәм партнерҙар көсө менән махсус рельефлы стена яһала. Был ҡулайлама дәрестәрҙән һуң бармаҡтарға ял итеү мөмкинлеге бирә. Стенаға төрлө әйберҙәр- төймәләр, декор элементтары беркетелә.

Проектты башҡаланың бизнес- берләшмәләре лә күтәреп ала. Улар тарафынан мастер-кластар ойошторола. Балалар иһә ресторанда үҙҙәре алма ҡайнатмаһы әҙерләй.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ