Республикала юл-транспорт ваҡиғаһында водитель һәләк була, бер бала зыян күрә

Әлшәй районында үлемесле авария теркәлә. ВАЗ-2115 автомобиле юлдан төшөп китә. Машинала ултырған бала мөғжиза менән тере ҡала.

Хәбәр итеүҙәренсә, ВАЗ автомобиле руле артында Бәләбәй районынан 41 йәшлек ир була. Идара итеү һәләтен юғалтып, автомобиль юлдан төшөп китеп, түңкәрелә. Алынған йәрәхәттәрҙән, водитель ваҡиға урыныда вафат була.

4 йәшлек пассажир тән йәрәхәттәре ала. Аварияның сәбәптәре асыҡлана.