Өфөлә «Иғтибар-балалар!» профилактик акцияһы старт алды

Каникулдар башланыр алдынан башҡалала профилактик акция ойошторола. Сара балиғ булмағандар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһын булдырмауға йүнәлтелә. Билдәләп үтергә кәрәк, йыл башынан алып балалар ҡатнашлығанда 61 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә.

Фото №1 - Өфөлә «Иғтибар-балалар!» профилактик акцияһы старт алды

Теркәлгән юл –транспорт ваҡиғаларында бер бала һәләк була, бынан тыш, 63-сө йәрәхәт ала. Башлыса, аварияларҙа өлкәндәр ғәйепле. Урында йәшәүселәрҙе юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыралар. Айырыуса, «Балалар» юл билдәһе ҡуйылған урындарҙа, мәктәп яны, йорт алдарында иғтибарлы булыр кәрәк.

Ата-әсәләргә иһә балалар менән аңлатма дәрес үткәреү кәңәш ителә. Айырыуса, юлдарҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен өйрәтеү мөһим.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ