Республикала полиэтиленға уралған сабыйҙың кәүҙәһе табылған

Салауат ҡалаһында яңы тыуған сабыйҙың кәүҙәһе табылған. Фаразлауҙарынса, бынан бер ай элек сабыйҙың йөрәге тибеүҙән туҡтаған. Әлеге ваҡытта тикшереү эше бара.

Фото №1 - Республикала полиэтиленға уралған сабыйҙың кәүҙәһе табылған

Ер эштәре ваҡытында Ленин урамында сабыйҙың кәүҙәһе табыла. Бала ҡатын-ҡыҙҙар күлдәгенә һәм таҫтамалға уратылып, полиэтилен ҡапсыҡҡа һалынған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, яңы тыуған ир бала бер ай элек үлгән.

Хәҙер ваҡиға урынында оператив төркөм эшләй. Баланың үлем сәбәптәре асыҡлана.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ