Башҡортостанда 22 май төнөндә тупраҡҡа ҡырау төшөүө көтөлә. Һауа температураһы өс градусҡаса һалҡынаясаҡ. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлығы хәбәр итә.
Ҡырау төшөү-ауыл хужалығы культуралары үҫентеләре өсөн хәүеф тыуҙыра.
Баҡсасыларға йәш үҫентеләрҙе һаҡлап алып ҡалыу өсөн, төнгөлөккә өҫтөн ҡаплау кәңәш ителә.




