Республикала баҫыуҙа билдәһеҙ ҡатындың үле кәүҙәһе табылған

16 майҙа Ишимбай районының Кинйәбулат ауылы янындағы баҫыуҙа билдәһеҙ ҡатындың үле кәүҙәһе табыла.Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатындың шәхесен билдәләй.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының береһендә эшләүсе механизатор ауыл хужалығы эштәрен башҡарған ваҡытта 43 йәшлек ҡатынды тапай. Фаразлауҙарынса, ҡатын иҫерек килеш баҫыуҙа йоҡлап ятҡан. Алынған тән йәрәхәттәренән ул вафат була.

Үлем сәбәбен экспертиза билдәләйәсәк. Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.