Иглин районы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре сәсеү эштәрен 30 проценттан ашыу майҙанда башҡарған. Бер аҙна эсендә төбәк аграрийҙары кампанияны тамамларға ниәтләй.
Райондың "Агротех" хужалығы быйыл беренсегә рапс һәм етен, ә "Агро-Весна" 500 гектар майҙанға гәрсис сәскән. Башҡа хужалыҡтар ҙа көнбағыш һәм башҡа культураларға өҫтөнлөк биргән. Һауа шарттары яҡшы торғанда, Иглиндәр бер мең гектарҙан ашыу майҙанда бер йыллыҡ үләндәр - люцерна, шулай уҡ силосҡа кукурз үҫтерергә иҫәп тота.




