Ауырғазы районының Мораҙым ауылында йәшәүсе Сынтимер Сафин тимер-томор ҡалдыҡтарынан картуф сәскес эшләгән. Техника ҡул көсөн еңелләштергән, сөнки баҡса эшендә көрәк бөтөнләй кәрәк түгел.
Ҡул оҫтаһы картуф сәскес эшләүгә бер ай самаһы элек тотона, үҙененең ихатаһында эшен тамамлағас, күршеләренекенә төшә. Эшләһәң дә, арытмай, ҡул талмай, тип маҡтаған техникаһын беҙҙең хәбәрселәр барып күрҙе.
Сынтимер Сафин картуф сәсеүгә төшкән, әммә тәүге уңышын алып шатланғандай бәхетле йылмая. Үҙе эшләгән техниканың ҡеүәтенә, ҡул көсөн алыштырыуына ышанып бөтә алмай. Уға ни бары рулде тигеҙләп бороп, артынан эйәреп кенә йөрөйһө ҡала. Ауыл ерендә күпләп картуф үҫтергән Сафиндар быйыл беренсегә көрәктәрен ситкә алып ҡуйған.
Картуф сәскес өсөн иҫке мотоблок, уға тимер-томор ҡалдыҡтары, мотоциклдың деталдәре ҡуйылған. Техниканы Мораҙым ауылы ҡул оҫтаһы бер ай эсендә эшләгән. Бункерҙан картуф 25 сантиметр һайын ҡойолоп бара, аҫтағы деталь орлоҡто шунда уҡ күмеп тә ҡуя.
Һөҙөмтәлә хәҙер сәсеү өсөн өмәгә кеше йыяһы түгел. Ауылдаштары, туғандары бары ситтән күҙәтә, ҡыҙыҡһыныуҙарын еңеп, алмашлап баҡсаға эшкә төшәләр.
Шуға ла Сынтимер Сафин сәсеү эштәрен тамамлағас та, техниканы картуфты күмеү, ә көҙгөлөккә уңышты йыйыу өсөн ҡулайлаштырырға ниәтләй. Тимер-томор менән оҫта эш иткән уҙамандың исеме лә есеменә тура килгән, әйкәндәй, был ҡул оҫтаһы уйлап тапҡан тәүге эш ҡоралы түгел, ауылдаштары һуңғыһы ла булмаҫ тип ышана.




