Республикала көндәр оҙоная, төндәр һыуыта

Синоптиктар алдағы ике төндә айырым райондарҙа ҡырау төшөүен вәғәҙәләй. Тупраҡта температура өс градусҡа тиклем түбәнәйә. Һауа торошоноң тотороҡһоҙланыуына бәйле, юлда иғтибарлы булыу мотлаҡ.

Фото №1 - Республикала көндәр оҙоная, төндәр һыуыта

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты водителдәрҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәп, тиҙлек режимын арттырмаҫҡа кәңәш итә.

Алдағы ике көндә республикала һауа температураһы күтәрелә. Төндә +4, +9 градус йылынан көндөҙ +19, +23 градусҡаса күтәреләсәк. Яуым-төшөмһөҙ циклон күҙәтелә. 24 майҙа төнъяҡ райондарҙа яуым-төшөм булыуы мөмкинлеге күбәйә.

Гөлназ Заһитова, Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенең бүлек етәксеһе

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ